Башҡортостанда тын юлдары ауырыуҙары менән сирләүселәр һаны артҡан.
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаусылар идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала грипп вирусын йоҡтороусолар ҙа бар. Йыл башынан медицина хеҙмәте бригадаларын саҡырыу бер-нисә тапҡырға күбәйгән. Яңы йыл каникулы мәлендә, табиптар көн һайын кәм тигәндә лә йөҙ саҡырыу алған. Белгестәргә тәүлегенә, кәм тигәндә лә, алты йөҙ кеше шылтырата. Сирлеләр температура күтәрелеүенә зарлана.