Францияла турист автобусы аварияға осраған. 4 кеше һәләк булған, 20-нән ашыуы йәрәхәтләнгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, боҙлауыҡта водитель идараны юғалтҡан. Былтыр ошо уҡ трассала, француздар уны үлем юлы тип тә йөрөтә, 12 турист һәләк булған.
Иерусалимда ауыр йөк машинаһы хәрбиҙәрҙе тапатҡан. Террор ғәмәлендә 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Иерусалимда именлек саралары көсәйтелгән.
Европала ғәҙәттән тыш хәл-22 градуслыҡ һыуыҡтар. Сараевола байрамдан һуң урамдар бушап ҡалған. Боснияның башҡалаһында йәшәүселәр урамға сыҡмауҙы хуп күрә.
Ҡытайҙың Харбин ҡалаһында боҙ һәм ҡар фестивале сиктәрендә боҙҙан эшләнгән скульптуралар күргәҙмәһе асылды. Донъялағы иң ҙур фестивалдарҙың береһе 25 февралгә тиклем дауам итә.