Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелде.
Уға ярашлы, 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр мотлаҡ рәүештә балалар креслоһы менән тәьмин ителергә тейеш. Йәғни, башҡа хәүефһеҙлек саралары – бустерҙар һәм адаптерҙар менән балаларҙы эләктереү тыйыла. Законға индерелгән төҙәтмәләр язаны ҡәтғиләштермәй, штрафтарҙы арттырмай, ҡиммәтле балалар креслоһы һатып алырға мәжбүр итмәй. Тик ата-әсәләр 12 йәшкә тиклемге балаларын креслоға ултыртып йөрөтөргә, йә башҡа хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итергә тейеш. Быны үтәмәгән водителдәргә 3 мең һум штраф ҡаралған. Ә бына 7 йәштән өлкәнерәктәргә артта креслоһыҙ йөрөтөргә рөхсәт ителә. Әлбиттә, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп.
Быйылдан бошмаҫ ата-әсәләр өсөн дә штраф индерелә. Автомобиль эсендә балаһын яңғыҙын ҡалдырыусылар 500 һум түләйәсәк. Әйткәндәй, ундайҙар Өфөлә бихисап. Бәлки, ошондай ҡарарҙан һуң, 30 градус эҫелә һәм 20 градус һыуыҡтарҙа сабыйҙарын салонда ҡалдырмаҫтар, тип ышана проект авторҙары.






