Күрелгән зыян күләме яҡынса 1 миллиард һумдан ашыу

Күрелгән зыян күләме яҡынса 1 миллиард һумдан ашыу

Республиканың ауыл хужалығына ямғырҙарҙан күрелгән зыян күләме яҡынса 1 миллиард һумдан ашыу. Уның уғата артыуы ла ихтимал. Был турала оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Илшат Фазрахманов белдерҙе. Әле 11 июлдән 11 сентябргә тиклем Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында күрһәтмә проекты әҙерләнгән. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.Башҡортостанда Николай Киселевҡа үлгәндән һуң “Шайморатов ордены” тапшырылды. Легендар яҡташыбыҙ хәҙерге Благовещен районындағы Богородское ауылында тыуып, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорусияла партизан отрядында хеҙмәт итә. Уның батырлығы донъяға билдәле. Николай Киселев фашистар ҡамауынан 218 йәһүдте хәүефһеҙ урынға алып сыға. Бының өсөн уларға 50 көндә мең саҡрымдан ашыу юлды үтергә тура килә. Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын Рәсәйҙә генә түгел, Израилдә лә ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Тель-Авивтағы парктарҙың береһендә уның исеме ташҡа яҙылған. Николай Киселевҡа Советтар Союзы геройы исеме лә бирелергә тейеш була. Әммә, ошо туралағы документтар тейәлгән самолетты фашистар бәреп төшөрә. Республика башлығы Радий Хәбиров батыр яугирҙың ҡыҙы – Татьяна Киселеваға яҡташыбыҙға Рәсәй геройы исемен юллауҙы вәғәҙәләне.Башҡортостан өсөн уҙып барған йәйҙәге иң актуаль мәсьәлә – һауа торошо. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында емерелгән күперҙәр, йыуылған юлдарҙы ремонтлауға республика ҡаҙнаһы әлегә 82 миллион һум бүлергә әҙер. Төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса тамамлау өсөн 2 ай ғына ваҡыт бар.Республика үҙенең алдында торған бурыстарҙы үтәйәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, ремонт эштәренә айырым һәм етди иғтибар талап ителә. Ә Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡойма ямғырҙар арҡаһында бөгөн үк миллиард һумын юғалтты. 33 районда 120 мең гектар бойҙай-арыш баҫыуҙарын ташларға ғына кәрәк. Уларҙа ашлыҡ серегән, урырылыҡ уңыш юҡ. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған йәнә бер мәсьәлә – ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген тикшереү. Диспансеризация йүнәлеше предприятиелар өсөн бөгөн мотлаҡ шарттарҙың береһе. Күп кенә компаниялар ошо йәһәттән дауаханалар менән килешеүҙәр төҙөй. Әле иһә төп бурыстарҙың береһе – Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнеү. Баш ҡала юбилейы алдынан тарихи үҙәктәге обьекттарҙы ремонтлау. Реставрация эштәре маҡсаты – биналарҙың йөҙөн юғалтмау. Радий Хәбиров тарих һәм архитектураға бәйле яңы белдереүҙәр яһаны. Өфөнөң хәҙер үҙ Арбаты буласаҡ.Ә Өфө иһә үҙенең 450 йыллығын билдәләүгә әҙерләнә. Бынан тыш аҙна дауамында ла төрлө саралар көтөлә. Ишембайҙа, мәҫәлән, өс социаль обьект асыла. Шәмбелә Ишембай районының Һайран ауылында янғын һүндереү депоһы сафҡа тапшырыла. Ә Башҡортостан уҡытыусыларының киләһе йылғы август кәңәшмәһен Бөрөлә үткәрәсәктәр.