“Башҡорт аты” фестивале үҙен тулыһынса аҡлап, хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирҙе. 2 көн дауамында барған сараны 11 меңдән ашыу кеше тамаша ҡылған. «Башҡорт аты» фестивалендә Радий Хәбиров ҡатнашты. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Нурия Ғилмуллина Башҡорт тоҡомло аттар тап беҙҙең яҡтарға яраҡлаштырылған. Улар башҡа тоҡомдарҙан айырмалы рәүештә ҡыҫҡа буйлы һәм уларҙың ауырлығы 500 килограмға етә.
Китап биттәренән төшкән тылсымлы йән эйәһе – ат. Уның маһирлығы, егеттәрҙең етеҙлеге һәм оҫталығы халыҡты ысын мәғәнәлә таң ҡалдырҙы. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивале тап шулай асылып китте. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Баймаҡ районының мөһабәт тауҙарынан был көндө 500-ҙән ашыу ат төштө. Сараның был өлөшө әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла ҡатнашып илебеҙ сиктәрен яҡлаған батырҙарға бағышланды. Элек-электән ат – башҡорттоң тоғро дуҫы ла, ярҙамсыһы ла булған. Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең республикалағы аттар иң ҡатмарлы һауа шарттарын ла түҙә ала. Хатта ҡышын уларҙы урманға сығарып ебәрһәң тояҡ аҫтынан аҙыҡ табалар. Шулай уҡ йылҡы өйөрөндә айғыр булһа, уларға көтөүсе лә кәрәкмәй, үҙҙәренең бейәләрен үҙҙәре көтә ала. Нурия Ғилмуллина Фестиваль йыл һайын ҙур биләмәлә үткәрелә. Уның һәр өлөшөндә төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, был яҡта Көрәш буйынса бәйге барһа, бында инде төрлө ат-спорт ярыштары үткәрелә. Тайтулаҡ һәм Ауҙарыш кеүек ярыштар төбәктә ат менән бәйле йолаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер ти һыбайлылар. Бар яҡлап та оҫта үҙебеҙҙең халыҡ! Булһын мы ул йыр-бейеү, булһын мы ул ҡул эше, бөтәһенә лә өлгөрә. Фестиваль ҡунаҡтарын ҡаршы алып торған алтын ҡуллыларҙың эштәренән күргәҙмә быға сағыу дәлил. Мәҫьәлән Вилдан Абдрахманов аттарға септә һуғыу менән шөғөлләнә. Был һөнәр атайымдан күскән ти ул. Ә бына Сәғит Фәхритдинов бөтә ғүмерен күн кәсептәренә бағышлаған. Бала сағым олатайым менән үтте, унда аттар күп була торғайны, шул ваҡытта уҡ сыбыртҡы эшләргә өйрәнеү теләгем ҙур ине, ти Сәғит Сабит улы. Артабан был кәсеп ғаилә эшенә әүерелеп киткән. Атҡа бағышланған сара ҡымыҙһыҙ булмай. Фестиваль сиктәрендә Ҡымыҙфест та үтте. Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән ҡымыҙ етештереүселәр үҙҙәренең продукцияһын байрам ҡунаҡтарына тәҡдим итте. Мәҫәлән, Эльвир Ғилманов ҡатыны менән Миәкә районынан килеп еткән. Һәр ҡымыҙ етештереүсенең үҙ сере бар, беҙ бөтә эште ысын күңелдән эшләйбеҙ, шуға ла ҡымыҙ ныҡ тәмле килеп сыға, ти эшҡыуар. Сара сиктәрендә Республика Башлығы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар менән осрашты. Кәңәшмәлә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап алып ҡалыу һәм үрсетеү, аттар менән шөғөллөнгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Шулай уҡ Радий Хәбиров фестивалде үткәреү биләмәһен камиллаштырыу тураһында ла уйларға ҡушты. Быйылғы “Башҡорт аты” 12 меңгә яҡын кешене йыйҙы һәм уларҙың һәр береһе ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтып китте.