Өфөлә ихаталарын ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирәсәк

Тулыраҡ: Өфөлә ихаталарын ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирәсәк

Өфөлә ихаталарын ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирәсәк.

Был эште республика буйынса эске эштәр министрлығы етди күҙәтеүгә алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, еңел машинала йәштәр Комсомол урамындағы йорт ихатаһына килеп инә. Ирҙәр уларға юл юҡ, тип аңлатып ҡарай. Әммә “Лада Гранта” водителе һәм уның пассажиры суҡмар алып бер нимәлә аңғармай ҡалған ирҙәрҙе туҡмай башлай. Ҡар таҙартырға сығыусылар араһында йәрәхәтләнеүселәр бар. Һөжүм итеүселәргә яҡынса 19 йәш самаһы.