Йәшәү өсөн көрәш

Илеш районында йәшәүсе Рубен Хәсәнов Махсус хәрби операция биләмәһендә минаға баҫып аяғын өҙҙөрә.

Рубен Хәсәнов көн һайын Илеш районы үҙәгендә урынлашҡан Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалына килә. Ул бында социаль координатор булып эшләй. Махсус хәрби операция яугирҙарына, яу яланында яҡындарын юғалтҡандарға ярҙам итә. Флүрә Хәйретдинова махсус хәрби операция биләмәһендә ике улын юғалтҡан. Беренсе улынан хәбәр килмәй башлағас ул тап Рубен Хәсәновҡа мөрәжәғәт итә лә инде. Фонд филиалында Флүрә Хәким ҡыҙы хәлендә ҡалғандарға ишектәр һәр ваҡыт асыҡ.Махсус хәрби операция яугирҙары, унда һәләк булғандарҙың туғандары төрлө һорауҙар менән килә. Беҙ улар менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ һәм ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, һәр хәлде йөрәк аша үткәрәбеҙ, ти Рубен.

Рубен Хәсәнов 2022 йылда Махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Башҡа яугирҙар кеүек үк ил саҡырғас, оҙаҡ уйлап торманым, ти ул. Шул уҡ йылдың август айында Донецк халыҡ республикаһының Яковлевка ҡасабаһы эргәһендә яугирҙарыбыҙ ҡамауға эләгә. Ерҙә ятҡан миналарҙы күргәс, ул хеҙмәттәштәрен ситкә алып китеп ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡала, тик бер минаны күрмәй ҡалып өҫтөнә баҫа һәм аяғын өҙҙөрә. 6 ай госпиталдә реабилитация үткәндән һуң тыуған яғына ҡайта. Фонд ярҙамында Рубен Хәсәнов аяғына протез ҡуйҙыра. Үтә лә уңайлы, протез аяҡ функцияһын тулыһынса тиерлек үтәй, ти Рубен.Яңы протез менән Рубен тулы тормош алып бара. Төрлө спорт сараларынан да ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операция ветераны ауырлыҡтарға бирешмәй һәм үҙенең яугир дуҫтарының еңеү менән ҡайтыуын көтә.