Өфөнөң Ағиҙел яры буйында урын алған Колоннада төҙөлөштөң финиш юлына сыҡты. Башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын сағылдырыусы арт-объектҡа былтыр республика көнөндә нигеҙ ташы һалынғайны. Колоннаданың бейеклеге 12, оҙонлоғо 30 метр буласаҡ. Әле бында эштәр 75 процентҡа башҡарылған. Объект сентябрь аҙағына әҙер булырға тейеш ине, подрядсы ойошма вәкилдәре уны ҡаланың юбилейына өлгөртөргә вәғәҙәләй. Арт-объект Ағиҙел ярында, дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында төҙөлә. Уның урыны ла осраҡлы түгел, ти белгестәр. Ике дуҫ республика мөнәсәбәттәрен йөҙ йыллыҡ тарих бәйләй. Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөлгән объекттар исемлегендә ишкәкле слалом үҙәге лә бар. Төҙөлөш "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" төбәк программаһына ярашлы бара. Эштәр тамамланыу алдында.
Журналистар ишеү слаломы каналының эшенә старт бирҙе. Комплекстың рәсми асылыуы Баш ҡаланың юбилей көнөнә ҡаралған. Ишеү слаломы каналы Инорс биҫтәһенең Теплое күлен һәм Ҡариҙел йылғаһын тоташтыра. Махсус гидротехник ҡоролмалар тау йылғаһы ағымы эффектын булдыра, был слалом менән шөғөлләнеүҙең тәү шарты. Каналдағы һыуҙың йылы булыуы был спорт төрө менән һалҡындар төшкәнсе шөғөлләнеү мөмкинлеген бирәсәк. Ишкәкле слалом үҙәге Европала йылы һыулы берҙән-бер үҙенсәлекле яһалма комплекс буласаҡ. Унда төрлө кимәлдәге спорт ярыштарын уҙғарыу планлаштырыла.
Өфөнөң юбилейына Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәге "Көрәш Һарайы" ла тантаналы асыласаҡ. Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге спорт сараларына тәғәйен бындай комплекс Европала ла хатта юҡ, ти белгестәр.Иң күләмле юбилей объектында һуңғы әҙерлек эштәре бара. Дөйөм төҙөлөш тамам, эске биҙәү эштәре генә ҡалған. Ошо көндәрҙә махсус йыһаздар, ҡоролмаларҙың килеүе көтөлә. Яңы спорт һарайы нмгеҙендә көс көрәше һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса халыҡ-ара һәм донъя кимәлендәге ярыштар үтәсәк.
Республика һәм баш ҡала халҡына һәм спортсыларға Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына булған йәнә мәртәбәле бүләк — фехтование үҙәге. Был спорт үҙәгенә 2022 йылдың декабрендә нигеҙ һалынғайны. Көҙгә тиклем сафҡа индереү планлаштырыла. Фехтование үҙәгендә күнекмәләрҙән тыш, республика, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыласаҡ. Әлеге көндә республикала 1 мең 500-гә яҡын кеше фехтование менән шөғөлләнә. Башҡортостандың фехтование федерацияһы үҙ эше осоронда Рәсәйҙең атҡаҙанған, халыҡ-ара кимәлендә танылыу яулаған спорт мастерҙарын, олимпия чемпиондарын үҫтергән. Журналистар өсөн ойошторолған сәфәрҙә теләгән һәр кем Европа чемпионы, билдәле рапирист Тимур Сафиндан оҫталыҡ дәрестәре ала алды. Ҡала күркәм байрамын ҡаршыларға әҙер. Юбилейлы объекттар тантаналы рәүештә 31 августа ҡала көнөндә асыла.