Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Сүриә президенты Башар Асад Астанала оппозиция менән һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын белдерҙе. Франция киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән әңгәмәләшкәндә ул оппозиция яғынан тик Сүриә кешеләре генә булырға тейеш, башҡа дәүләттәр йәки көнбайыш ҡуштандары менән һөйләшеү уңышһыҙ тамамланасаҡ, тигән.

Европалағы ҡаты һыуыҡта 38 кеше һәләк булған. Болгарияла 75 мең йорт утһыҙ ҡалған. Румынияла мәктәптәр, юлдар ябылған. Италияла поездар йөрөмәй. Юлдарҙа барлыҡҡа килгән боҙлауыҡ сәбәпле Европа берлеге илдәрендә йөҙләгән авария теркәлгән.

Америкала Фольксваген концернының элекке топ-менеджеры ҡулға алынған. 2014 йылдан алып 2015 йылдың мартына тиклем тап ул концернда Ҡушма Штаттарҙың көйләүсе органдарының талаптарын үтәүҙе күҙәткән. Прокуратура Шмидты Америка властарын алдауҙа, Фольксваген автомобилдәренең һауаға заралы мәтдәләр сығарыу кимәле тураһында ялған мәғлүмәт биреүҙә ғәйепләй.

Архангельск өлкәһе өҫтөнән метеорит ососп үткән. Был күренеште автомбилдәргә ҡуйылған видеотеркәүестәр төшөрөп алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, метеорит ергә төшөп етә алмаған- атмосфераның ҡуйы ҡатламында янып бөткән.