Башҡортостанға Гонконг вирусы килеп етте.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы төбәктә ОРВИ һәм ГРИПП эпидемияһы башланыуы хаҡында хәбәр итә. Нәилә Сатаева киҙеүҙең беренсе билдәләре һиҙелә башлау менән йыл да табипҡа юллана. Быйыл ГРИПП–тың Гонконг атамаһын алғаны ҡурҡыныс, тип билдәләй табиптар. Ул бигерәк тә балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн эҙемтәле тамамланыуы ихтимал. Лаборатор тикшеренеүҙәрҙә, сирлеләрҙә H3N2 йәғни Гонг-Конг вирусы барлығы асыҡланған. Был киҙеү, ғәҙәттә, 5—10 көн буйына дауам итә, шуларҙың 4—5 көнө температураның юғары тороуо менән күҙәтелә.Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә республикала йоғошло вирус менән 20 меңдән ашыу кеше ауырый. Табиптар билдәләүенсә, грипп, ғәҙәттә, ғинуар урталарында, февраль баштарында башлана. Донъяла йәшәүсе халыҡтың 15 проценттын зарарлай. Был осорҙа халыҡҡа үҙ-үҙен һаҡлау кәңәш ителә. Ауырыуҙы инҡар итеү пневмонияға әйләнеүе лә ихтимал.Белгестәр ауырыуҙың тәүге билдәләре һиҙелеү менән өйҙә ҡалырға һәм табип саҡыртырға тәҡдим итә. Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү, кеше ғүмере өсөн хәүефле тамамланыуы ихтимал.