Ҡыҫтап, ҡыҫтап һыйлағанда нишләп һыйланмаҫҡа тей инде. Бар күргәҙмәләр ҙә тик ошондай булһын ине ул. Күҙ йүгертеп кенә түгел, рәхәтләнеп тәмләп ҡарайһың. Әсеһе, сөсөһө, ыҫланғаны, балланғаны... Ниндәйе генә юҡ ҡымыҙҙың.
"Аҡбуҙат" ипподромына килгән һәр кем ҡымыҙҙы тәмләп ҡараны, һуңынан үҙенә оҡшағанын һатып алды. Ҡайһы райондан килтерелеүенә ҡарап эсемлектең тәме лә, ҡуйылығы ла, хатта төҫө лә төрлө.
Иң шәп ҡымыҙ етештереүсе исеменә дәғеүә итеүсе хужалыҡтарҙың һәр береһендә тиерлек иң кәмендә 100-әр баш йылҡы көтөлә. Быйылғы конкурсҡа былтыр еңеү яулаусылар ҙа килгән.
"Юлдаш" ат заводы ҡымыҙсылары ыҫланған йүкә мискәләрҙә бешәләр ҡымыҙҙы. Шул уҡ Учалы районының "Байрамғол" хужалығы ла ыҫланған ҡымыҙын тәҡдим итте.
Урал аръяғы йылҡысылары был һүҙҙәрҙе ишетһә, мотлаҡ бәхәсләшер ине. Ул райондарҙа ла бит ҡылғанлы тау һырттары, яландар күп. Архангельдәр иһә был конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаша.
Конкурс комиссияһы күптән ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе танып тора. Шуға күрә уңыштар ҙа, мәсьәләләр ҙә уртаға һалып һөйләшелә.
Фермерлыҡ хужалығын үҫтерергә теләүселәр өсөн дәүләт ярҙамы байтаҡ, был юҫыҡта республикала бер нисә программа уңышлы эшләй.
Башҡортостандың ауыл хужалығы ойошторған ҡымыҙсылар конкурсы ла йылҡысыларға үҙ продукцияһын халыҡҡа күрһәтеү, һатыу, милли эсемлекте популярлаштырыу алымдарының береһе. Ошоно төп маҡсаттар рәтенә ҡуйып, конкурс комиссияһы һәр хужалыҡтың ҡымыҙын тәмләп сыға.
Кемдең ҡымыҙын балалар ярата тиерһегеҙ. Әлшәйҙәр ул. Былтырғы конкурстың беренсе урынын алыусылар.
Хәҙер көтөүҙәге йылҡылар һаны 100 башлап иҫәпләнә. Эшҡыуар “Агростартап” программаһында ҡатнашып техника һатып ала, күпләп ҡымыҙ етештерә башлай. Йылдамдарҙың маҡсаттары бихисап. Заманына күрә мөһимдәре рәтендә – махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә ярҙам. Камиллыҡтың сиктәре юҡ, ти заман ҡымыҙсылары һәм ҡымыҙ етештереүҙә яңы технологиялар ҡуллана. Конкурсанттарҙан айырым сатырҙа баһалаусылар урынлашты. Ике этапта барған ҡымыҙсылар конкурсын тик лайыҡлы хужалыҡ еңергә тейеш, тигән фекерҙә улар.
Айбулат Нафиҡов, Башҡортостандың йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге зоотехнигы. Өфөлөләр быйыл ҡымыҙ етештереүселәр конкурсының “Аҡбуҙат” ипподромында үтеүенә үтә лә һөйөндө. Ҡымыҙ тәмләгәндән һуң йөҙҙәренең нурланып китеүен күрегеҙсе. Был факт башҡорттарҙың милли эсемлегенең иң бәләкәс кенә файҙаһы тураһында.
Организмдың тиҙ үҙләштереүе яғынан һөт ризыҡтары араһында ҡымыҙ иң беренсе урынды алып тора. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, аппетитты арттыра. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты көсәйтеүен тағы бер тапҡыр раҫланы һәм ир-егеттәрҙең ирлек ҡеүәһен арттырыуын иҫбатланы.
Көн дә ҡымыҙ эскәндәр репортаждың киләһе геройы кеүек оҙон ғүмерле була. Журналистика ветераны Мадрил Ғәфүров туҡһан йәшенә етеп бара. Күҙ теймәһен, хәтере лә шәп, үҙе лә йылғыр.
Бына шундай, халҡыбыҙ әйтмешләй, елле эсемлек ул – ҡымыҙ. Ә иң елле ҡымыҙсылар исемдәре 15-16 августа Баймаҡ районы Граф күле янында “Башҡорт аты” фестивалендә иғлан ителә. Быйыл "Башҡорт аты"нда ҡымыҙ булмай икән, тип ҡайғырмағыҙ, "Ҡымыҙфест" байрам программаһына күптән индерелгән.






