Ҡыҙҙарҙың һомғоллоғо, егеттәрҙең дәртле хәрәкәттәре килгән ҡунаҡтарҙы ысын мәғәнәлә таң ҡалдырҙы. Ошолай йыр-моңға күмелеп Республикала Бөтә Рәсәй күсмә мәҙәниәттәр фестивале башланып китте. Бер ерҙән икенсе ергә күсеп йөрөү төрки халыҡтарға хас булған. Шуға ла улар төрлө шарттарҙа йәшәргә күнеккән. Ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән һунар итеү өсөн ҡоралдар, аш-һыу бешерер өсөн һауыт-һаба ла эшләй белгән. Фестиваль биләмәһендә сағыу күргәҙмә лә ойошторолдо. Төрлө һөнәр оҫталары үҙҙәренең эштәрен сара ҡунаҡтарына күрһәтте. Бында ебәк шәлдәр, һарыҡ йөнөнән ойоҡтар, баш һәм аяҡ кейемдәре, тимерҙе иретеп эшләнгән төрлө йәнһүрәт геройҙарын күрергә мөмкин ине.
Элек-электән күсмә халыҡтарының тоғро дуҫы ул – ат. Уның менән кеше һунарға ла сыҡҡан, тормош та көткән. Шуға ла фестивальдә милли ат ярыштары ла үткәрелде. Баймаҡ районынан килеп еткән Уйылдан Иманғолов Күк бүре уйынында ҡатнаша, командала 12 кеше булырға тейеш, алышҡан ваҡытта 4-шәр кеше уйнай. Был ярышта ҡатнашҡанда төрлө йәрәхәттәр алыу ҡурҡынысы бар, ти Уйылдан.
Күсмә халыҡтарының төрлө аш-һыуға оҫта икәнлеген барыһы ла белә. Фестиваль сиктәрендә тап шуға бағышланған айырым бер йүнәлеш эшләне. Бында, мәҫәлән, төркмән былауы ла бешерелде. Төркмәнстан вәкиләдәренә фестиваль айырыуса хуш килде. Фестивальдә хатта Мысырҙан килгән ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең аштарын бешерҙе. Иглин ере беренсегә үткәрелгән фестиваль ҡунаҡтарын ҡабул итте. Улар илебеҙҙең 11 төбәгенән килгәйне. Хатта сит илдән килгән ҡунаҡтар ҙа күсмә халыҡтарҙың мәҙәниәтен һоҡланып күҙәтте. Беренсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй күсмә халыҡтар фестивале илебеҙҙә йәшәгән бөтә халыҡтарҙы берләштергән сараға әүерелер, тигән ышаныс бар.