Яңы машиналарҙан асҡыстар

134 еңел машина Өфөнән республика дауаханаларына ебәрелде.

Медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә Радий Хәбиров дауаханаларға яңы медицина машиналарынан асҡыстар тапшырҙы. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны 206-ға етәсәк.

Радий Хәбиров белдереүенсә, был халыҡ өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә бик мөһим. Башҡортостанда "Медицинаның беренсел звеноһын модернизациялау" программаһын бойомға ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендә республикала яңы дауаханалар һәм фельдшер акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелә, улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Шулай уҡ яңы медицина машиналарының райондарға ебәрелеүе лә төбәктә үлем кимәлен кәметергә ярҙам итер тип белдерҙе

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Был яңы машиналар республиканың бөтә райондарына ебәрелә. Мәҫәлән быға тиклем Бөрө үҙәк дауаханаһының автопаркы бөтөнләй машиналар менән тәъмин ителмәгән булған. Хәҙер иһә, даухананың баш табибы Айҙар Хамматов белдереүенсә, райондағы табиптар пациенттарға ваҡытында ярҙам күрһәтә ала. Баш табиптар әйтеүенсә, республика етәкселеге медицина өлкәһенә даими иғтибар бирә. Тиҙҙән район һәм ҡалаларға тағы ла тиҫтәләгән машина тапшырыласаҡ.