Беренсе сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм көндөҙгө бүлек студенттары өсөн Башҡортостан ҡала яны пассажир транспортында ташламалы хаҡ менән йөрөү өсөн документтар һатыла башлай. Ташламалы хаҡҡа билет алыу өсөн уҡыусыларға – мәктәптән белешмә, студенттарға студент билеты талап ителә. Белешмәлә йәки студент билетында исем-шәриф, белем биреү учреждениеһының реквизиттары һәм юридик адресы күрһәтелергә, етәксенең мисәте, ҡултамғаһы булырға тейеш.