Уҡытыусылар яңы бурыстар билдәләй

Республика ҡала-райондарында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре үтә.

Кескәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған Зөлфиә Нурмөхәмәтова хәҙер инде 32 йыл мәғариф тармағында эшләй. Мөғәллим был һөнәрҙе һайлауына хис тә үкенмәй. Ул Өфөнөң 46-сы лицейында башланғыс класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә бирә. Юғары һөҙөмтәләргә ирешкәнен һәм оҙаҡ йылдар уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалыуын иҫәпкә алып, остаз Мәғариф алдынғыһы билдәһе менән бүләкләнде.

Баш ҡаланың Ленин районында 34 мәғариф учреждениеһы иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла тикшереү үтеп, яңы уҡыу йылына әҙер тип табылған. Комиссия балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙең эске өлөшөнә иғтибар бүлгән. Китап-әсбаптар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тулыһынса тәъмин ителгән. Ә 35 белем биреү үҙәгендә быйыл Кванториум тип аталған балалар технопаркы асылған.

Мәғариф тармағында тәжрибә уртаҡлашыу, белем менән бүлешеү – төп факторҙарҙың береһе. Бөгөнгө уҡытыусылар остаздарын да онотмай. Педсовет барышында мәғариф ветерандарына ла иғтибар бүленде.Быйыл республика мәктәптәре 500 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итә, уларҙың 48 мең самаһы беренсе тапҡыр парта артына ултыра. Араларында Донбастан һәм Курск өлкәһенән күсеп килгәндәр ҙә бар. Өфөлә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ҙур иғтибар бүленәсәк.

Башҡортостан ил төбәктәре араһында белем биреү сифаты буйынса исемлектә үҙ урынын яҡшыртты. 71-се баҫҡыстан 17-се урынға күтәрелде. Ошо турала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика уҡыусылары төрлө олимпиада-конкурсттарҙа еңеү яулап килә. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра, быйыл һынауҙы 144 бала 100 балға тапшырған, ә 11 уҡыусы бер-нисә фәндән юғары бал алған. Был барыһы ла уҡытыусыларҙың ауыр хеҙмәт өлөшө.