Был көндәрҙә "Көҙ Романтикаһы" музыка фестивале үтте. Бөгөн "Геройҙар Ваҡыты" бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсы, 30-сы, 31-се августа "Торатау" конгресс-холлы амфитеатрында "Евразия Йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк. Сара Рәсәй йондоҙҙарының сағыу сығыштары менән үрелеп барасаҡ. Юбилейға арналған төп мәҙәни саралар 30-сы, 31-се авгусҡа тәғәйенләнгән. Ҡала көнөндә урындағы йондоҙҙар ҡатнашлығында һигеҙ майҙансыҡта бай программалар әҙерләнгән.