Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Көнсығыш Алеппола урынлашҡан биналарҙың береһендә Рәсәй саперҙары бер кварталды юҡ итерлек шартлатҡыс тапҡан. Беҙҙең ил хәрбиҙәре миналарҙы юҡ иткән. Рәсәй саперҙары Сүриә хәрбиҙәре менән бергә террорсыларҙан азат ителгән биләмәләрҙе миналарҙан таҙартыуҙы дауам итә.

Европалағы аномаль һыуыҡтарҙа туңып һәләк булыусылар арта. Уларҙың күбеһе йылы илдәрҙән килгән мигранттар. Сербияла улар йылы аш артынан саҡырымдарға һуҙылған сиратҡа баҫырға мәжбүр. Ҡасаҡтар урамдарҙа һәм ташландыҡ биналар эсендә ут яғып йылына.

Тәмәке тартыу донъя иҡтисадына йыл һайын бер триллион доллар зыян килтерә. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Американың яман шеште тикшереү институты шундай һығымтаға килгән. Әле тәмәке тартыуҙан йылына 6 миллион кеше һәләк була.

Франция һәм Швейцария альптарында “Ҙур Одиссея” башланды. Егелгән эттәрҙә ярышыу бында шулай атала. Унда ҡатнашыусыларға 11 көндә мең саҡырым үтергә кәрәк. Еңеүсегә 100 мең доллар тапшырыла.