Башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы: Сәғит Мифтаховтың тыуыуына - 110 йыл

Тулыраҡ: Башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы: Сәғит Мифтаховтың тыуыуына - 110 йыл

Башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы: Сәғит Мифтаховтың тыуыуына — 110 йыл. Ул 1907 йылда Өфө губернаһының Ҡыҙылъяр ауылында тыуған. Башланғыс белем ала һәм 1919 йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый. Ленин исемендәге урта мәктәптә һәм комвузда ижтимағи фәндәр уҡыта.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары Сәғит Мифтахов батырҙарса һәләк була. Уның тәүге «Пандар илендә» тигән драмаһы 1929 йылда сәхнәлә ҡуйыла, «Һаҡмар», «Урал ҡаны», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», «Ялан ҡыҙы» драмалары, «һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» либреттолары әле булһа театрҙар сәхнәһендә уңыш ҡаҙана.