Эфиопияның да Өфөһө бар икән. Ҡала Гимбо һәм Бака ауылдары эргәһендә урынлашҡан. Был турала БРИКС илдәре вәкилдәренең Радий Хәбиров менән осрашыуы ваҡытында әйтелде. Башҡортостандың башҡалаһы Өфө — йәштәр ҡалаһы, бында улар йәшәй ҙә, эшләй ҙә. Бөгөнгө көндә БРИКС илдәре донъяла тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Һәм киләсәктә йәш быуын дипломаттарға үҙ илдәренең тышҡы сәйәсәтен дөрөҫ алып барыу буйынса ҙур яуаплылыҡ төшәсәк.
Йәш дипломаттар форумын үткәреү ниәте 2015 йылда Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС саммиты ваҡытында барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла. Форумды Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Росконгресс" фонды булышлығы менән Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығының йәш дипломаттар советы ойоштора. Уның рәйесе Константин Колпаков белдереүенсә, элек форумда 6-7 делегаттан торған 5 ил ҡатнашһа, хәҙер иһә уларҙың һаны 10-ға тиклем артты. Ҡытай халыҡ республикаһының йәш дипломатының рус телендә сығыш яһауы ысын мәғәнәлә ихтирамға лайыҡ. БРИКС ойошмаһының сәйәсәте башҡа илдәрҙе лә үҙенә йәлеп итә. Мәҫәлән, Беларусь Республикаһының киләсәктә был ойошманың тулы хоҡуҡлы вәкиле булырға ниәте бар, тип белдерҙе Рәсәйҙәге Беларусь республикаһы илселегенең кәңәшсеһе Алексей Васильков. Көнсығыш илдәренең Украина милләтселәрен хәрби ҡорал менән тәьмин итеүе, Украинаның был хәлде тыныс хәл итеүҙән баш тартыуын БРИКС илдәренең йәш дипломаттары ла хөкөм итә. Тап был ойошманың сәйәсәте бөгөнгө көндә донъялағы тыныслыҡ өсөн көрәшкән илдәрҙең берләшеүен маҡсат итеп ҡуя. Йәш дипломаттар форумында БРИКС илдәре йәштәренең мәҙәни һәм гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлеген киңәйтеү, уларҙың донъяның финанас һәм сәйәси өлкәһендә берләшеүен тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр индереләсәк.