Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика башлығын һайлау уҙғарыла. Был көндәрҙә "Рәхмәт-2024" акцияһы сиктәрендә ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин. Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға QR-билет бирелә, шундағы 8 символдан торған кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк. Ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был исемлектә квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм робот саң һурҙырғыстар бар. Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла. Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк. Бүләктәр араһында – машиналар, тотош ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар. Проекттың төп партнерынан Өфөлә өс фатир ҙа уйнатыла.
"Рәхмәт-2024" ҡиммәтле бүләктәр уйната
6-сы, 7-се һәм 8-се сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.