Өфөлә беренсе тапҡыр сноуборд буйынса балаларҙың Бөтә Рәсәй ярышы үтте.
Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән барлығы йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Алмаз Лоҡманов ярышта ҡатнашыу өсөн Абҙаҡ ҡасабаһынан килгән. Был спорт төрө менән алты йыл шөғөлләнеү ваҡытында күп кенә спорт ярыштарында ҡатнашып бихисап наградалар ҙа алырға өлгөргән. Ярышта 12 йәштән алып 16 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар ҡатнаша. Абҙаҡ тау саңғыһы үҙәгенән килгән Айһылыу менән Алһыу ҙа был ярышта үҙҙәрен һынап ҡарарға теләй. Алһыу үҙен был спорт төрөнән башҡа күҙ алдына килтермәһә, уның әхирәте иһә сноубордты тик яратҡан шөғөл итеп кенә ҡабул итә. Был ярышты бар командабыҙ менән түҙемһеҙләнеп көттөк, ти ҡыҙҙар. Уларҙың маҡсаты- ярышта еңеү яулау ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән спортсыларға Башҡортостанда был спорт төрөнөң үҫешен дә күрһәтеү. Ә бының өсөн бар шарттар ҙа булдырыған. Ике аҙна дауамында яуып тау өҫтөн ҡаплаған ҡарҙы йыйып, унда яһалма ҡар түшәлгән. Сөнки был ҡар ғәҙәтигә ҡарағанда ҡатыраҡ һәм спортсылар өсөн ҡулайлыраҡ, ти ойоштороусылар.Республикала экстремаль спорт ярыштары уҙғарыу өсөн тауҙар бихисап. Хатта Өфө уртаһында ла ундай ҡалҡыулыҡтар бар. Быйыл бында беренсе тапҡыр сноуборд буйынса Бөтә Рәсәй ярышы уҙҙы.