Алтмыш бишенсе йәшендә билдәле шағир, Рәмил Йәнбәк баҡыйлыҡҡа күсте.
Ҡәләм оҫтаһы менән бөгөн Өфө халҡы хушлашты.Башҡорт әҙәбиәтенең мөхәббәт йырсыһы. Шиғриәт һөйөүсөләр ҡәләм оҫтаһы Рәмил Йәнбәкте ошолай тип атай ине. “Оҙайлы яҙ” йыйынтығы менән танылыу яулаған шағир бар ғүмерен матбуғатҡа арнаһа, шиғриәт уның тормош асылына әйләнә. Бөркөт саңҡыуы һәм аҡ ялан, тип исемләнгән тупланма Рәмил Йәнбәковты өлгөргән шағир итеп таныта. Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған Рәмил Әхмәт улы тормош мәғәнәһен төшөнөп, уның матурлығын һәм эскерһеҙлеген уҡыусыларға еткерергә тырышҡан шағир. Фәйләсүф йүнәлеш менән бер рәттән, ил яҙмышы, халыҡ хәстәре, тормош һәм үлем араһындағы көрәш – быларҙың барыһы ла шағир Йәнбәк ижады нигеҙе. Лирик хисле замандашыбыҙ үҙ иғтибарын көндәлектең иң актуаль темалары – илһөйәрлек, бер-береңә хөрмәт, тәбиғәт менән аралашыуға ла йүнәлтә. Шулай ҙа, шағир стиле, уның ҡарашы ябайлыҡтан ғына торманы. Һүрәтләү сараларының иң сағыу төҫтәрен үҙенә туплаған шиғырҙарында ул әсә теленә лә урын таба. Ҡәләмдәш дуҫтары, уҡыусылары хәтерендә Рәмил Йәнбәк киң күңелле, йор һүҙле булып ҡаласаҡ. Уның ижадын үҙ итеүселәр араһында башҡорт, татар уҡыусылары ғаны түгел, ә башҡа милләт вәкилдәре лә бар. Шағирҙың тиҫтә йылдар дауамында донъя күреп килгән әҙәби мираҫы рус теленә лә тәржемә ителә. Башҡорт һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Рәмил Әхмәт улы Йәнбәковтың һуңғы төйәге, уның тыуған яғы – Күгәрсен районындағы Дауыт–Ҡайып ауылы. Шағирҙың үҙ уҡыусыларына ҡалдырған мираҫы – милли әҙәбиәттең аҫыл өлгөһө буласаҡ. Рәмил Йәнбәктең һуңғы, туғыҙынсы китабы ошо көндәрҙә донъя күреп, уҡыусылар хуплауын тапҡайны.