Һәр хәлдә, Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре буйынса комитеты ултырышында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ғаилә капиталын 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө балаһы тыуған йәки уны тәрбиәгә алған 35 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға түләргә тәҡдим ителә.
Бынан тыш, Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы йәш йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 24 йәшкә тиклемге студенттарға иҫәпкә торғандан алып сабый тыуғансы ай һайын төбәктәге ике йәшәү минимумы күләмендә аҡса — 28,3 мең һум түләргә тигән тәҡдим менән сыҡты. Башҡортостанда был проектты тормошҡа ашырыу республика бюджетының мөмкинлектәренә лә бәйле. Әммә беҙ киләсәккә ошондай саралар тәҡдим итәсәкбеҙ, ти Башҡортостандың хеҙмәт министры Ленара Иванова. Министр һүҙҙәренсә, әле төбәктә баланы тәрбиәгә алған ғаиләгә әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған.






