Дауаланыу өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, яҡты, ҙур һәм белгестәрҙе бер урынға йыйған поликлиникаға йөрөү үҙе бер ҡыуаныс, ти Затон биҫтәһендә йәшәүсе Альбина Йәрмөхәмәтова. Әле ул йәш ярымлыҡ Аянаны дауалау физкультураһына алып килгән. Һуңғы биш йыл эсендә генә республикаға ун мең берәмектән ашыу медицина ҡорамалы алынған, улар араһында 22 компьютер томографы, ун магнит-резонанс томографы, ете ангиограф һәм сәләмәтлекте тикшереү өсөн башҡа ҡорамалдар бар. Заманса аппараттар менән кескәй пациенттарҙың сәләмәтлек торошон тикшереү бигерәк тә уңайлы. Затон поликлиникаһының дүртенсе бүлегендә бар белгестәрҙең дә бер урында булыуы — баланы бер килгәндә кәрәкле табиптарға бер юлы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Көндөҙгө бүлектә дауаланыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн табиптар фәһемле дәрестәр ҙә үткәрә.
Симуляция кабинеты беренсегә әсәй булырға йөрөүсе ҡатындар өсөн дә кәрәкле.Балалар ғүмерен, һаулығын һаҡлау өсөн һуңғы биш йылда юғары технологиялы медицина ярҙамы ныҡ үҫеште, ти балалар поликлиникаһының баш табибы Лиана Савина. Башҡортостанда биш йыл эсендә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса 37 капиталь фельдшер-акушер пункты төҙөлгән, 10 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы алынған. Шулай уҡ, һуңғы биш йылда дауаханалар һәм поликлиникалар автопаркы ла киңәйтелгән – 352 берәмек автомобиль транспорты алынған.