Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсми Мәскәү Американың һайланған президенты Дональд Трамҡа Рәсәйҙең компроматы бар тигән хәбәрҙе ике яҡлы мөнәсәбәттәргә аяҡ салырға тырышыу, тип баһаланы.Политологтар фекеренсә, Американың демократтар партияһы Дональд Трамптың эшен мөмкин тиклем ҡатмарлаштырырға тырыша. Рәсәйҙә быны етди сәйәси көрсөк тип ҡабул итәләр.

Европалағы һыуыҡтар ҙа төп темаларҙың береһе булып ҡала. Йылы илдәрҙән килгән мигранттар күпләп ҡырыла. Косовола электр энергияһы һүндерелгән тип хәбәр ителә. Әммә энергетика компанияһында был мәғлүмәтте кире ҡағалар. Косовола әле 25 градус һыуыҡ. Метеорологтар әйтеүенсә, 1963 йылдан алып быйылғы ҡыш иң һалҡыны булған.

Петропавловск-Камчатскийҙа булған аяныслы хәлдән һуң Рәсәйҙә тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән водителдәрҙе яуапҡа тарттырыуҙары ихтимал. Юлда табиптарға ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуҙы кеше үлтереүгә тиңләү ҡарала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо турала закон проекты әҙерләп Дәүләт Думаһына тапшырырға ниәтләй.

Ҡырымдағы билдәле рәссәм Ксения Симонова ҡом ярҙамында Ҡара диңгеҙ өҫтөндә авиаһәләкәттә фажиғәле һәләк булған Елизавета Глинка иҫтәлегенә фильм төшөргән. Доктор Лиза күптәр өсөн мәрхәмәтлелек символына әйләнгән.