Быйыл ҡар күп яуыу сәбәпле яҙғы ташҡындың көслө булыуы көтөлә

Тулыраҡ: Быйыл ҡар күп яуыу сәбәпле яҙғы ташҡындың көслө булыуы көтөлә

Быйыл ҡар күп яуыу сәбәпле яҙғы ташҡындың көслө булыуы көтөлә.

Башҡортостанда ташҡынға бөгөндән үк етди әҙерлек бара. Тиҙҙән ҡар ҡатламында һыу кимәлен билдәләү маҡсатында авиация ярҙамында гамма-төшөрөү башлана. Был ысул донъяның үҫешкән илдәрендә киң ҡулланыла. Әлегә Башҡортостан Рәсәйҙә яҙғы ташҡынды күҙаллауҙа ошо алымды ҡулланған берҙән-бер төбәк. Эштәр республика ҡаҙнаһынан финанслана.