Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырылған.
Һуҡырҙар донъяны тотоп ҡарап, һиҙеп йәшәйҙәр. Иосиф Бродскийҙың был шиғыр юлдары һәр ваҡыттағыса актуаль. Ә заман технологияларының үҫеше был процессты күпкә еңеләйтә генә. Күҙҙәре насар, йә бөтөнләй күрмәгән балалар өсөн Башҡортостан башлығы гранттар фонды ярҙамында 12 тиражлы китаптар сығаралар. Гранттың күләме 150 мең. Проекттың исеме Браиль шрифтлы башҡорт теле. Тап ошо проект сиктәрендә күҙҙәре күрмәгән балаларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн төрлө саралар тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаттары ла бик етди.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан Айзилә Вәлиева әйтеүенсә был бик яуаплы эш, сөнки был китаптар мөмкинлектәре сикләнгән йәш быуында башҡорт теленә мөхәббәт һәм ихтирам төрбиәләгән ваҡытта ҙур роль уйнай. Был проект өҫтөндә 10 кешенән торған команда эшләй.
Был үҙенсәлекле китаптарҙы баҫтырыу бер нисә этаптан тора. Башта китап биттәренең тултырылыуы компьютер программаһы ярҙамында эшләнелә, һуңынан Брайль принтеры ярҙамында китаптың биттәре баҫтырыла.
Ә һүрәт төшөрөлгән китап биттәрен махсус мейес ярҙамында эшләйҙәр. Был үҙенсәлекле термо-мейес аша ҡағыҙҙы үткәрһәк бында төшөрөлгән һүрәттең ҡара һыҙыҡтары һөҙөмтәлә ҡабарып сыға. Был үҙ сиратында күҙҙәре күрмәгән балаларға бында нимә төшөрөлгәнен бармаҡтар ярҙамында һиҙергә ярҙам итә.
Был китаптар Өфөнөң 28-се коррекцион мәктә бенә китәсәк һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа телебеҙҙе һәм уның үҙенсәлектәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнәсәк.