Хәҙер күп ҡатлы йорттарҙағы фатир хужалары идарасы компанияны ярты йыл һайын алыштырыу хоҡуғына эйә.
Ә халыҡ мәнфәғәтен йорт комитеты рәйесе яҡларға тейеш. Өй таҙалығы тупһанан күренһә, күп ҡатлы йорт төҙөклөгө урамдан һиҙелә. Туймазылағы йорт комиттетары хәҙер үҙ эшен камиллаштырырға тырыша. Ҡалалағы Көнъяҡ урамындағы илленсе йортта йәшәүселәр берләшеп, үҙ торлағында капиталь ремонт эшләргә ирешкән. Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма, тигәндәй, Көньяҡ урамындағы илленсе йортта йәшәүселәр быға тиклем интегеүҙәрен йәшермәй. Элекке комитет рәйесенең халыҡты һанға һуҡмауын бер кем дә йәшермәй. Быға тиклем авария хәлендә булған йорт, хәҙер яңы төҙөлгән өйҙәрҙән бер ҙә айырылмай. Урамдарҙа сәскә түтәлдәре, машиналарҙы ҡуйыу урындары рәткә килтерелһә, подъездарҙа яңы ремонт, яҡтылыҡты һаҡлаусы лампочкалар. Фатирҙарҙа ла хәҙер йылы һәм һыу ваҡытында бирелә. Бер нисә йыл элек был күп ҡатлы йорттоң баҙында сысҡан-ҡомаҡтар өйө булһа, хәҙер иһә капиталь ремонттан һуң, заман талаптарына яуап биргән яңы ҡорамалдар ҡуйылған һәм өйҙө йылытыу системаһы алмаштырылған.Күп фатирлы йорттағы бөтә йылытыу һәм башҡа системаларҙың туҡтауһыҙ эше Альверт Ханнанов яуаплығында. Рәйес әйтеүенсә, һөҙөмтә булһын өсөн уртаҡ маҡсаттар кәрәк. Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалмайынса, маҡсатҡа ирешеү ҡыйынға тура киләсәк. Ә Туймазының Көнъяҡ урамындағы илленсе йортта йәшәүселәрҙең хәл итәһе мәсьәләләре әлегә байтаҡ. Алдағы көндәрҙә йорт ихатаһына яҡтыртыу бағаналары ҡуйыу ҡарала.