Киләһе 5 йыллыҡ билдәһеҙлек осоро, анығырағы, иҡтисади билдәһеҙлек осоро буласаҡ. Радий Хәбиров һайлауҙан һуң ошондай белдереү яһаны. Донъялағы конъюктура үҙгәрештәре, санкция шарттарында Башҡортостан үҫешә алырмы, ниндәй стратегия һайлаясаҡбыҙ, 2030 йылға тиклемге үҫеш программаһы заман һынауҙарына нисек яуап бирә?
Был хаҡта "Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында белгестәр менән яуап барларбыҙ. 12-се сентябрҙә, 13 сәғәт 25 минутта, тапшырыуҙы "Рәсәй – Башҡортостан" радиоһында тыңларға һәм "Башҡортостан 24" телеканалында ҡарарға сағырабыҙ.






