Радий Хәбиров "Геройҙар дәүере" программаһында ҡатнашыусы Оскар Ситдиҡов менән осрашты

Яҡташыбыҙ ике йылдан ашыу махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәп, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

Быйыл июлдән ул "Геройҙар дәүере" Президент кадрҙар программаһында ҡатнаша. Оскар Ситдиков Башҡортостан башлығы хакимиәтендә Радий Хәбиров остазлығында стажировка үтә. Осрашыуҙа ул төбәк етәксеһенә республикаға идара итеү процестарын эстән күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.