Рәсәй Геройы Өфөнөң 116-сы мәктәбе тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Сәғәт ярым тирәһе дауамында ул үҙенең хәрби юлы һәм тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынған өлкән синыф уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Борис Дудко маҡсаттарға ирешеү серҙәре менән дә уртаҡлашты. Ә уҡыусылар Һауа-десант ғәскәрҙәре яугирҙарына теләктәр яҙылған открыткалар әҙерләне, оҙаҡламай ошо йылы хаттарҙы алғы һыҙыҡҡа алып барып еткерәсәк.
"Геройҙар дәүере"ндә ҡатнашыусы Борис Дудко уҡыусылар менән осрашты
Башҡортостандың идара итеү командаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тағы ла ике кеше - Рәсәй Геройҙары Степан Белов менән Борис Дудко ла стажировка үтә.