Бер аҙна эсендә генә республикала 17 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор вирус йоҡторған. Белгестәр һаҡланыу маҡсатында прививка эшләтергә өндәй. Поликлиникаларға гриптың өс төрөнә ҡаршы миллиондан ашыу вакцина килтерелгән.
Ҡан баҫымын, температураны үлсәү, тамаҡты тикшереп, үпкәләрҙе тыңлау — прививка алдынан мотлаҡ үтәлә торған процедуралар. Вакцина эшләткәндә кешенең сәләмәт булыуы мөһим. Быйыл Руслан Ҡорбанов поликлиникаға тәүгеләрҙән булып килгән. Киҙеү менән бер тапҡыр ҙа сирләмәнем, бының сере бик ябай, ти ул.
Тәү сиратта иммунитеты ҡаҡшаған кешеләргә һәм ҙур коллективта эшәгәндәргә прививка яһарға кәңәш ителә. Хроник сирле, шәкәр диабеты менән ауырыған граждандар, шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм пенсионерҙар өсөн вакцинация айырыуса мөһим.
Башҡортостан поликлиникалары грипҡа ҡаршы миллион ике йөҙ меңдән ашыу вакцина менән тәъмин ителгән. «Совигрипп», «Флю-м» һәм «Ультрикс» препараттары йөклө ҡатындар өсөн. Вакцинацияға ғына ышанып, ябай гигиена ҡағиҙәләрен дә иҫтән сығарырға ярамай ти белгестәр. Ҡулдарҙы һабын һәм дезинфекция саралары менән даими йыуыу, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, сирле кешеләр менән аралашыуҙан тыйылыу кәрәк.
Киҙеүҙән иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы — вакцинация. Быйыл грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы ғәҙәттәгенән иртәрәк – сентябрҙән үк башланды һәм кәм тигәндә октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Республикала 2 миллион ярымға яҡын кешегә прививка яһатыу планлаштырыла. Был коллектив иммунитет булдырырға, өҙлөгөүҙәр ихтималлығын кәметергә һәм халыҡты эпидемиянан һаҡларға мөмкинлек бирәсәк, ти табиптар.