Иглиндағы көслө янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ

Тулыраҡ: Иглиндағы көслө янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ

Иглиндағы көслө янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Был турала бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр иттеләр.

Кисә район үҙәгендә шәхси йорт янып китте. Ут бер-нисә минут эсендә йорт-ҡаралтыларын ялмап алды. Уның күрше йорттарға күсеү хәүефе лә юғары ине. Шаһиттар янғын һүндереүселәрҙе саҡырып өлгөрә. Мунсанан башланған утты һүндереүгә сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һыуыҡ көндәрҙә йылытыу ҡоролмаларын ҡулланғанда, айырыуса, һаҡ булырға саҡыра.