Бөгөн төндә Мәскәүҙән Өфөгә юлланған самолет ашығыс рәүештә баш ҡаланың Шереметьево аэропортына ҡайтарылды.
Асыҡланыуынса, лайнер һауаға күтәрелеү менән экипаж коммандирының хәле насарая башлай. Икенсе пилот кире аэропортҡа төшөргә ҡарар итә. Һауа судноһы Шереметьевоға төшөрөлә, зыян күреүселәр юҡ. Командирҙы шунда уҡ дауаханаға алып китәләр. Әле уның сәләмәтлеге тураһында аныҡ мәғлүмәттәр хәбәр ителмәй.