Ҡырғыҙстанда бөгөн мәтәм көнө. Гонгконг- Истамбул рейсы менән осоусы Боинг самолеты Дача-Һыу ҡасабаһына ҡолап төшә. Экипаждыү 4 ағзаһы, ҡасабала йәшәүсе 28 кеше һәләк булған. 23 йорт зыян күргән. Фажиғә урынында ҡара ҡумта табылған. Ул халыҡ-ара граждандар авиацияһы белгестәренә тапшырыласаҡ.
Европа Американың һайланған президенты Дональд Трам кәңәштәренә ҡолаҡ һалмаясаҡ. Был хаҡта үҙ телмәрендә Германия канцлеры Ангела Меркель ишаралап әйткән. Европа берлегенең сит ил эштәре буйынса вәкиле Федерико Могерини Брюсселдәр сығыш яһап Трамптың артыҡ ныҡ борсолмауын һораған һәм Европала барыһы ла яҡшы буласаҡ тип белдергән.
Японияның Нагано ҡалаһында ут фестивале үткән. Унда меңләгән кеше ҡатнашҡан. Йола буйынса, ирҙәр ағас башня төҙөй һәм уға ут төртә. Был йола яңы тыуған сабыйҙарҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай һәм бәхет килтерә тигән ышаныс бар.