Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар арта

Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар арта. Киҙеү кимәле 44 процентҡа артып киткән.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл гриптың Гонг-Конг төрө йыш осрай. Лаборатор тикшереү юлы менән уны йоҡтороуҙың 84 осрағы асыҡланған. Балалар араһында киҙеү менән ауырыусылар күп булыуы табиптарҙы айырыуса борсоуға һала. Башҡортостанда 8 мең самаһы кеше әле грипп менән ауырый. Фажиғәле осраҡтар юҡ. Өфөлә күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар кисектерелә. Мәктәптәрҙә лә каникулдар оҙайтылды. Каникулдар оҙайтылһа ла, ”комендант”сәғәте үҙ көсөндә ҡала. Киске 10 — дан, иртәнге 6 — ға тиклем бәлиғ булмағандар урамда үҙҙәре генә йөрөргә тейеш түгел. Закон боҙолған хәлдә, ата-әсәләр, опекундар административ язаға тарттырыла.