Ирандың атом мәсьәләһе буйынса килешеүгә ҡул ҡуйып бер йыл үткәндән һуң, Дональд Трамп был документты тәнҡитләп сыҡты. Иран президенты Хәсән Роухани Американың яңы президентының килешеүҙе өҙә алыу һәләтен шик аҫтына ҡуйҙы. Ҡушма Штаттарҙың дәүләт секретары Джон Керри Ирандың атом мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ илдәрҙең берләшеүе ихтимал. Ул ваҡытта инде Америка яңғыҙы ҡаласаҡ, тигән.
Бразилия төрмәләрендә тәртипһеҙлектәр дауам итә. Быйыл уларҙа 100 кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә. Полиция хеҙмәткәрҙәре дошманлашыусы төркөмдәр араһында бәрелештәрҙе туҡтатыу өсөн резина пулялар ҡулланырға мәжбүр. Президент Мишель Темер тағыла 30 төрмә төҙөргә ҡушҡан.
Нигерияла авиаһөжүм сәбәпле йөҙҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Хәрби операцияға етәкселек итеүселәр әйтеүенсә, утҡа тотолған районда “Боко Харам” террор төркөмсәһе һуғышсылары булған. Һәләк булыусылар араһында Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитеты хеҙмәткәрҙәре лә бар. Армия менән “Боко Харам” араһындағы ете йыллыҡ һуғышта 15 мең кеше үлгән. 2 миллион кеше күсеп киткән.