Христиандар оло дини йолаларына әҙерләнә

Тулыраҡ: Христиандар оло дини йолаларына әҙерләнә

Христиандар оло дини йолаларына әҙерләнә. 18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә теләгән һәр кем һыуға сума ала. Бының өсөн махсус мәке — Иордандар уйыла.

Уларҙың һәр береһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә. Мәкеләр янында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар ҙа дежур итәсәк. Башҡортостан биләмәләрендә дини йоланы башҡарыу өсөн 50-ләп урын билдәләнгән. Мәҫәлән, Өфөлә Ағиҙел йылғаһында Дуҫлыҡ монументы һәм Нижегородка биҫтәһендә, шулай уҡ Ҡашҡаҙан һәм Яҡутов парктарында буласаҡ.