Беҙҙең телерадиокомпанияның медиа үҙәгендә көнүҙәк мәсьәләрҙе күтәреү дауам итә. Һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеү, бәхәс, фекер алышыуҙар ваҡытында хаҡиҡәт эҙләү “Башҡортостан- 24” интернет каналында һәр шишәмбе онлайн тапшырыла бара. Был аҙнаның шишәмбеһен беҙ милли матбуғаттың үҫешендәге проблемаларға һәм уны хәл итеү юлдарын табыуға арнаныҡ. Конференцияла тыуған фекерҙәргә һәм ҡараштарға, мәсьәләрҙе хәл итеү ысулдарына байҡау яһарға һеҙҙе лә саҡырабыҙ. Баҫма, дана, интернет, уҡыусы, мәсьәләләр, ысулдар – Рәсәй-Башҡортостан каналының медиа үҙәге был көндө ҡайнап торҙо. Милли матбуғаттың бөгөнгөһө, киләсәге, мөхәррирҙәр алдына ҡуйылған проблемалар һәм уларҙы сисеү юлдарының барлығы-юҡлығы мөхәррирҙәрҙе, хәбәрселәрҙе, яуаплы сәркәтиптәрҙе, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәрен бергә тупланы. Донъя кимәлендә баҫмаларҙың данаһы кәмеүе күҙәтелһә лә, яңы йылға яҡшы күрһәткестәр менән баҫыусы редакцияларҙың да барлығы һөйөндөрҙө. Шулай ҙа был күренеш, ҡыҙғанысҡа күрә, бик һирәк баҫмалар өсөн генә хас. Гәзит-журналдарҙы яҙҙырыусыларҙың һаны ни өсөн кәмей? Һөйләшеүҙә төрлө фекерҙәр яңғыраны. Был тормошта сиселеше булмаған бер мәсьәлә лә юҡ. Төптән уйлап эш итергә, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып кәңәш ҡорорға һәм үҙең өсөн иң яйлы ысулдарҙы ҡуллана белергә. Конференцияла килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итеүселәрҙең фекере тап шулай булды. Милли баҫмаларҙа рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелеүе һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙы халыҡҡа яҡынайтты. Донъя селтәре һәм баҫма матбуғат араһындағы бәйләнеште башҡорт, татар телендәге газета-журналдарҙы популярлаштырыу мәнфәғәтендә ҡулланыуға өҫтөнлөк биреү ҙә – заманға яраҡлашыу һәм уның талаптарына ҡыйыу ҡарай алыу күренеше. Күрше өлкәлә йәшәгән милләтттәштеребеҙҙең милли матбуғатты уҡый алыу мөмкинлеге лә конференция барышында тикшерелде. Ырымбур башҡорттарының берҙән-бер гәзитенең ябылыуы, Ямал-Ненец автономиялы округында, киреһенсә, яңы баҫма донъя күреү ҡыуанысы, төбәктәге хәл менән бер рәттән — былар барыһы ла мөхәрририәттәр ҙә, дәүләт кимәлендә лә берҙәм хәл ителергә тейеш, тигән фекерҙәр яңғыраны. Милли матбуғаттың киләсәге-үҙенсәлекле булыуҙа һәм шул уҡ ваҡытта берҙәмлектә. Йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырған ваҡиғаларҙы төрлө яҡлап яҡтыртыу, тикшереү, был йәһәттән радио һәм телевидение менән эш итеү кәрәк тигән фекерҙә, конференцила ҡатнашыусылар, бындай осрашыуҙарҙың һөҙөмтәле булыуын һәм йышыраҡ үтеүен теләп таралышты.
Милли матбуғат киләсәге
Тулыраҡ: Милли матбуғат киләсәге