Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы үтте.
Уйын Көнбайыш конференцияһы вәкилдәре файҙаһына 4-0 иҫәбенә тамамланды. Билдәле булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында тиҙлек яйыраҡ. Осрашыу ҙа һәүетемсә башланды. Әммә, алтынсы минутта уҡ, Алевтина Штарева иҫәпте асты. Күп тә үтмәне, Александра Хусак уңышты тағы ла нығытып ҡуйҙы. Быны көтмәгән Көнсығыш конференцияһы командаһы алға ынтылды, әммә, бар һөжүм уңышһыҙ тамамланды. Икенсе осорҙа ла үҙгәрештәр булманы. Көнбайыш конференцияһы командаһы ике тапҡырға күберәк штрафтар алһа ла, Көнсығыш конференцияһы ҡыҙҙары шайба индерә алманы. Әммә, хоккейҙа һин индермәһәң, һиңә индерәләр тигән мәҡәл бар. 39-сы минутта Людмила Белякова өсөнсө голды индерҙе. Һуңғы өсөнсө осорҙа ла хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Денис Афиногенов дружинаһы ҡапҡаны яулауға бар көсөн һалһа ла, һөҙөмтә булманы. Ә бына уйын тамамланыуға саҡ ҡына ваҡыт ҡалғанда Көнбайыш командаһы капитаны Анна Шохина иҫәпте 4-0 итте. Көнсығыш конференцияһы командаһы өсөн Өфөнөң Ағиҙел клубынан 7 хоккейсы сығыш яһаны. Капитан Ольга Сосина билдәләүенсә, Көнсығыш командаһы беренсе булып шайба индерһә, бәлки, осрашыу икенсе төрлө тамамланыр ине, тип уйлай.Әйткәндәй, уйын һәм Өфөлә ойошторолоуы менән бөтә ҡунаҡтар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Көнбайыш конференцияһы командаһы тренеры Алексей Чистяков һөйләй.
Ике команданың да иң яҡшы хоккейсылары тип капитандар Анна Шохина һәм Ольга Сосина танылды. Шулай итеп, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының беренсе тапҡыр уҙғарылған Йондоҙҙар матчында Көнбайыш конференцияһы еңеү яуланы.