Ҡаланың иң бейек нөктәһе

Ҡаланың иң бейек нөктәһе

Өфөләге иҫке һыу ҡыуҙырыу башняһы тирәһендәге ташландыҡ биләмә икенсе һулыш алды. Уны төҙөкләндереү йәй буйына дауам итте. Ҡаланың иң бейек нөктәһенән йәмле Ағиҙел йылғаһына матур күренеш асыла. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.Өфөнөң Телеүҙәге артында, мосолман зыяраты биләмәһендә урынлашҡан, алыҫтан күренеп торған боронғо һыу башняһын белмәгән кеше һирәктер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тиҫтәләрсә йылдар буйына ҡарауһыҙ торҙо, һәм ниһәйәт уның биләмәһе тәртипкә килтерелде.1901 йылда төҙөлгән һыу башняһы — Өфөнөң тәүге һыу менән тәьмин итеү системаһының хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалған берҙән-бер объекты. Уҙған быуаттың 50-80-се йылдарында Башҡорт дәүләт университеты ошо башняны телескоп һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған обсерватория сифатында файҙаланған.Ҡала хакимиәте хужаһыҙ ҡалған мәҙәни мираҫ объектын муниципаль милек составына индерергә һәм бында туристик биләмә булдырырға ла планлаштыра.Яңы йәмәғәт киңлеге Ағиҙел йылғаһына ҡараған эскәмйәләр, күҙәтеү майҙансығы менән дә йыһазландырылған. Биләмәлә Башҡортостандың сувенир продукцияһын һатыу өсөнҡ милли тирмәләр ҡуйылған.Тротуар плиткаһы һалына, яҡтылыҡ һәм инженер коммуникациялары үткәрелә, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла, машина ҡуйыу өсөн ирке урыны ла бар.Һыу ҡыуҙырғыс башня тирәләй эш тамамланған тиергә лә мөмкин.... әле бында бер-нисә сорт алмағас ултыртыу .... һәм декабрь башынаса Ағиҙел ярына тиклем баҫҡыс ҡуйыу планлаштырыла.