Саң һәм ҡабыҡ туҙаны

Саң һәм ҡабыҡ туҙаны

Бөрө ҡалаһында урындағы элеватор эргәһендә йәшәүсе халыҡ саң һәм ҡабыҡҡа зарлана. Ихаталар, йорт ҡыйыҡтарын, тәҙрә төбтәрен көндә саң баҫа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, әгәр тәҙрә асылһа, иҙәндәр һәм мебель бер нисә сәғәт эсендә һары туҙан менән ҡаплана. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова яҡтар менән осрашып асыҡлыҡ индерергә тырышты.Людмила Аҡбашева йорт тәҙрәләрен көндә йыуырға мәжбүр. Сәбәбе, урындағы элеваторҙан килгән туҙан, ти ҡатын.Саңға бер Людмила ғына зарланмай. Уның күрше тирәһендә йәшәгән һәр кем дә лә шул уҡ бәлә.Бындай проблема ун йылдан ашыу дауам ит,ә тип белдерә урындағы халыҡ. Аҡ ҡарҙы ла күрмәйбеҙ тип асыуланғандары ла бар. Ерҙәге туҙанды көндә һепереп булһа, әйберҙәрҙе лә ҡабаттан йыуырға мөмкин, ә бына эсер һыуға төшкән һәм тын алыу юлдарына ултырған саңдан ҡотолоу ауырыраҡ. Водителдәргә лә бында ауыр тура килә. Мәҫәлән, ошо автомобиль, хужаһы әйтеүе буйынса өс көн генә йыуылмаған. Куреүебеҙсә бында ҡалын туҙам ҡатламы.Иген һаҡлағысы менән күршелек, йәшәйеште генә түгел, ә эште лә мәшәҡәтләй.Урындағы элеватор менән күрше торған йорт хужалары, көндә туҙандан ҡотолоу ысулын әҙләй һәм был хәлдең сәбәбен асыҡларға тырыша. Ә бына элеватор етәкселәре халыҡтың зарланыуына битараф. Торлаҡ зонаһы биләмәһендә гигиена эпидемиология үҙәге иген туҙаны сығарыуға һәм тауышҡа йыш ҡына контроль үлсәүҙәр яһай һәм уларҙың барыһы ла нормала.Халыҡ зарланыуын иҫәпкә алып, өҫтәмә рәүештә тикшереү үткәрәсәкбеҙ, ти элеватор етәкселеге. Шулай уҡ ҡорамалдарҙы яңыртыу ҡаралған.