Башҡортостан ирекмәндәре 90-сы гуманитар ылау оҙатты

Башҡортостан ирекмәндәре 90-сы гуманитар ылау оҙатты

“Маскировка Щит Уфа” хәрәкәте вәкилдәре көн дә йәшеренеү өсөн селтәрҙәр үрә, район ҡалаларҙан кәрәкле әйберҙәр йыйып, бер урынға туплай. Ойошманың республикала йөҙҙән ашыу бүлексәһе бар, Өфөлә генә 15 үҙәк эшләп килә. Был юлы ла ирекмәндәр яугирҙар һораған кәрәк-яраҡ ебәрҙе.Ирекмәндәр кәрәкле әйберҙәрҙән тыш, техника ла табырға өлгәшкән. Битараф булмаған кеше махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Уаз машинаһын бүләк иткән. Уны белгестәр ремонтлап, тейешенсә йыһазландырған. Посылкаларҙы тап шул Уазға тейәнеләр.Эшҡыуарҙар берләшеп, махсус хәрби операция биләмәһенә төрлө техника оҙата. Улар фронт һыҙығына аҙыҡ-түлек, һыу һәм боекомплект алып барыу өсөн кәрәк. Ә киренән ошондай баггилар яралыларҙы алып сығырға ярҙам итә. “Маскировка Щит Уфа” хәрәкәте ирекмәндәре ойошорға һәм яугирҙарға бергәләп ярҙам итергә өндәй. Әйткәндәй, Башҡортостан властары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түләүҙәрҙе арттырырға йыйына. Республика хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, төбәктә бирелгән 1 миллион 205 мең һумға тағы ла 500 мең һум аҡса өҫтәләсәк. Был сумма Оборона министрлығы менән бер йә тағы ла күберәк йылға контракт төҙөгән яугирҙарға тапшырыласаҡ.