Бала тәрбиәләгән өсөн түләү 69 мең һумға етеүе ихтимал

Бала тәрбиәләгән өсөн түләү 69 мең һумға етеүе ихтимал

2025 йылға йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләгән өсөн түләүҙең максималь күләме 1,4 тапҡырға артып, айына 69 мең һумға етеүе ихтимал. Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона бюджеты тураһындағы» закон проектына аңлатмала әйтелә. Документҡа ярашлы, 2025 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 794 мең һумға етергә тейеш. 1 февралдән әсәлек капиталын 7,3 процентҡа арттырыу ҡарала. Әгәр быға тиклем сертификат аҡсаһы тотонолмаһа, икенсе бала өсөн 893 мең һум түләнә.