Һуңғы ваҡытта был транспорт ҡатнашлығында авариялар һаны күбәйгән. Йыл башынан алып ҡына республикала фажиғәле 47 осраҡ теркәлгән. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында. 16 сентябрь. Һупайлы биҫтәһе. Самокатта тейешһеҙ урында юлды сығып барған малай, туп-тура машина аҫтына барып инә. Тойота Лэнд Крузер менән идара иткән 28 йәшлек водитель туҡтап өлгөрмәй. Авария һөҙөмтәһендә малайҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Икенсе осраҡ. Еңел автомобилдәге водитель уң яҡҡа боролған мәлдә йәшел төҫкә, әммә йәйәүлеләр үткәүелен самокат өҫтөндә үтеп барған егет һәм ҡыҙҙы төкөй. Ауыр йәрәхәттәр алған йәштәрҙе ашығыс ярҙам машинаһы дауаханаға алып китә. Ҡыҙғанысҡа, ошондай осраҡтар бик күп. Һуңғы ваҡытта самокаттар ҡатнашлығында булған авариялар даими күренеш. Йыл башынан алып республикала шәхси техник мобиль саралар ҡатнашлығында 47 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 49 кеше тән йәрәхәттәре алған. Авариялар осраҡтарын кәметеү маҡсатында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яғынан самокаттарҙа елдереүселәр менән даими рәүештә профилактик эш алып барыла. Был юлы йәштәр иғтибар үҙәгендә. Самокаттар ҡатнашлығындағы аварияларға булышлыҡ иткән сәбәптәр күп, әммә уларҙың күбеһе яуапһыҙлыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында килеп сыға, ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Атап әйткәндә, йәйәүлеләр үткәүелен транспорт сараһынан төшмәй үтеү, бер самокатта икешәр кеше йөрөү, йә бала йөрөтөү, тиҙлекте арттырыу. Быларҙың барыһы ла фажиғәле осраҡтарға килтерә.Шәхси мобиль саралары менән идара итеү тәртибе федераль закон менән нығытылған, әммә авариялар һаны бер ҙә кәмемәй. Ҡатмарлы хәлгә Башҡортостан парламенты ла иғтибар итергә мәжбүр. Самокаттар миҙгеле үтеп бара. Әммә улар менән бәйле проблемалар асыҡ ҡала. Системаны көйләү маҡсатында депутаттар яҡын арала түңәрәк өҫтәл ойошторорға планлаштыра.
Өфө халҡы самокатта йөрөүселәргә зарлана
Өфө халҡы самокатта йөрөүселәргә зарлана






