Мәктәп биләмәһендә тәмәке тартыу тыйыла

Мәктәп биләмәһендә тәмәке тартыу тыйыла

Рәсәй Хөкүмәте Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе хупланы. Был туралағы закон проектын Башҡортостан парламенты тәҡдим иткәйне. Ул мәктәп биләмәһендә тәмәке тартыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән.Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республика депутаттарының закон сығарыу башланғысы мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрендә йәки биналарында тәмәке, шул иҫәптән электрон тәмәке һәм вейп тартыуҙы тыйыуға ҡағыла. Закон боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған. Уның күләме 3 мең һумға тиклем етеүе ихтимал. Быға тиклем Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары йәмәғәт урындарында вейп һәм кальян тартҡан өсөн сикләү индергәйне.