Өфө урамдарында яңы трамвайҙар хәрәкәт итә башланы

Өфө урамдарында яңы трамвайҙар хәрәкәт итә башланы

Уларҙы башҡалабыҙға Мәскәүҙән алып килделәр. Башҡалабыҙ урамдарын йәмләп йөрөгән транспорт үҙенсәлектәре тураһында Нурия Ғилмуллина репортажы. Гуля ҡала урамдарына сығыр алдынан трамвайҙың техник торошо тағы ла бер тапҡыр тикшерә. Эш көнө таңдан алып кискә тиклем дауам итһә лә ул зарланмай. Яратҡан эшенә тоғро. 18 йыл трамвай водителе булып эшләй. Элекке трамвайҙарҙа һыуыҡ була торғайны, ә бында иһә водитель һәм пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған ти ул. Яңы трамвайҙар сит илдә эшләнгән. Элеккеләре бер өлөштән тора һәм унда артыҡ күп кеше һыя алмай. Ә яңы ҡайтарылған машиналар бер нисә өлөштән тора. Шулай уҡ ултырыу урындары ла күберәк. Вагон иҙәне ергә яҡын булыуы мөмкинлектәре сикләнгәндәргә инеүҙе күпкә еңеләйтә. Заманса трамвайҙы дөрөҫ итеп файҙаланыу өсөн водителдәргә махсус курстар ҙа үтергә тура килгән. Бер нөктәнән икенсе нөктәгә барып етеү өсөн трамвайҙы һайлаусылар байтаҡ, уларҙың араһында өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар. Яңы трамвайҙарҙа пассажирҙар өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған: ике кондиционер, ултырғыстар аҫтында йылытыу ҡорамалдары, хатта тыштан килеп ингән кеше өшөмәһен өсөн йылылыҡ шаршауҙары ла ҡуйылған. Яңы трамвайҙарҙа ошондай камералар бар һәм заманса йыһазландырыу ярҙамында водитель машина эсендә нәмә булғанлығын автоматик рәүештә күҙәтә ала. Әлеге ваҡытта ҡала буйлап ике трамвай хәрәкәт итә. Йыл аҙағына тиклем Мәскәүҙән тағы ла 20 берәмек техника ҡайтарыуә һәм барыһын да 5-се маршрутҡа ҡуйыу ҡарала.