Республиканың башҡалаһы яңы эш аҙнаһын тағы ла ҙур тығындар менән башланы.
Бөгөн дә күптәр эшкә һуңланы. Водителдәр әйтеүенсә, ҡар яуыу сәбәпле юлдар ныҡ ҡына тарайған. Шуға ла быға тиклем тығындар булмаған урындарҙа ла водителдәргә сабырлыҡ туплап ултырырға ғына ҡала. 9,10 баллыҡ тығындар Өфө өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнә бара.