Быйыл Башҡортостанда өр-яңы 10 мәктәп һәм балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк.
Мәктәпкәсә учреждениелар Бүздәктә, Красноусольскийҙа, Үрге Тәтешлелә, шулай уҡ Дәүләкән, Учалы, Яңауыл ҡалаларында сафҡа инәсәк. Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп һәм балалар бағсаһы төҙөлә. Өфөлә йыл дауаымнда 3 мәктәп төҙөлөшө тамамланыра тейеш – улар Нуғай ауылында Дим биҫтәһендә һәм Колгуевский микрорайонында.