Рәсәйҙең алыҫҡа осоусы Ту-22МЗ исемле алты бомбардировщигы Сүриәнең Дейр эз-Зорра виләйәтендә “Ислам дәүләте” террор ойошмаһын утҡа тотто. Төркөмсәнең бик күп объекттары юҡҡа сыҡҡан, тип хәбәр ителә.
Аҡ йорт Американың киң мәғлүмәт сараларын ялған мәғлүмәт таратыуҙа ғәйепләне. Дональд Трамптың президент вазифаһын башҡара башлауына арналған тантананы улар боҙоп күрһәткән. Аҡ йорт вәкилдәре айырым телеканалдарҙы һәм ваҡытлы матбуғатты яуапҡа тарттырырға саҡырған.
Италияла ҡар аҫтында ҡалыусыларҙы эҙләү дауам итә. Әлегә 11 кешенең кәүҙәһе табылған, 24 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Юлдар ҡар менән ҡапланыу сәбәпле ҡотҡарыу эштәре тотҡарлана.
Һалҡындар сәбәпле Эстониялағы Румму карьеры катокка әйләнгән. Советтар Союзы осоронда карьер төбөндә төрмә урынлашҡан булған. Унда доломит сығарғандар. 90-сы йылдарҙа карьерҙы һыу баҫҡан.